Милли геройҙың тыуыуына бөгөн 267 йыл

Ошо уңайҙан тантаналы саралар донъяның төрлө ҡитғаларында үтте. Төп байрам бөгөн Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында ойошторолдо. Ҡурай моңо менән бергә, шағир-импровизаторҙың шиғырҙары, уға арнап яҙылған йырҙар яңғыраны. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

22 йәшендә генә булғадир, ерен-телен һаҡлап көрәшкән милли герой тыуған көн. Был турала хатта йыр ҙа бар. Халыҡ йыры бөгөн дә халҡы телендә. Ҡурай моңона һалынған көй батырға ҡуйылған төп һәйкәл майҙаны буйлап ағылды. Салауат Юлаевты иҫкә алырға дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төрлө ойошма вәкилдәре йыйылды. Сарала ҡатнашыусылар Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалып, рухын хөрмәтләп иҫкә алды. Оҙон һүҙҙәр һөйләнмәне, бары милли геройға арнап яҙылған шиғри әҫәрҙәр яңғыраны.

Салауат Юлаевты үҫеп килеүсе быуын да танып белә. Шағир-импровизатор әҫәрҙәре мәктәп һәм мәктәпкәсә белем учреждениеларында яттан һөйләнә. Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған шиғырҙар бер ваҡытта ла үҙ асылын юғалтмаясаҡ, тиелде бөгөнгө сарала.

Милли геройҙың тыуған көнөнә арналған саралар республикала ғына түгел, тотош ил төбәктәрендә алып барылды. Халыҡтар дуҫлығы йортонда мәҫәлән, ул конференция рәүешле үтте. Рәсәйҙең башҡорт милли-мәҙәни үҙәге вәкилдәре үҙ төбәгендәге яңылыҡтары менән уртаҡлашты.

Оло Башҡортостанда ғына түгел, Салауат рухы донъяның төрлө ҡитғаларында ла йәшәй. Әленән-әле тарихи биттәр өйрәнелеп, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа күтәрелә, документаль әҫәрҙәр ижад ителә. Салауат вариҫтары үҙ милли геройын онотмай. Уның исемен бөгөн хаҡлы рәүештә район-ҡала, проспект, хоккей командаһы йөрөтә

Фото №1 - Милли геройҙың тыуыуына бөгөн 267 йыл

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ