Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ултырышта Волга буйы федераль округында экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре ҡаралды. Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров белдереүенсә, округта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙең яңы системаһы булдырылған. Уларҙы утилләштереү һәм эшкәртеү өсөн объекттар төҙөлгән, 4 мең ярымдан ашыу махсус техника һәм ҡоролма алынған. 2019-2020 йылдарҙа Башҡортостанда 1 меңдән ашыу рөхсәтһеҙ сүплек бөтөрөлгән.
Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу һәм был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара комиссия булдырылды. Республика башлығы Радий Хәбиров ошо турала Указға ҡул ҡуйҙы. Комиссияның маҡсаты - ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу өлкәһендә дәүләт, тәртип һаҡлау органдары, ойошмалар һәм йәмәғәтселектең һөҙөмтәле эшмәкәрлеген тәьмин итеү.






