Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә шул турала яҙа. “Төҙөлөш менән булышырға теләгәндәр документтарҙы электрон тәртиптә юллай ала ине. Әммә бының өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында төрлө ведомстволарға яҙып күп ваҡыт һәм көс китә инә. Шуға бөтә хеҙмәттәрҙе бер урынға туплап “Цифрлы милек һәм төҙөлөш” тигән суперсервис булдырҙыҡ”, - тип хәбәр итә Андрей Назаров. Йорт һалырға теләгән кеше “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында ошо сервисҡа яҙа һәм система ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген табып бирә.






