Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын ала

Фото №1 - Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын ала

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы биләмә сиктәрен билдәләү буйынса проект әҙерләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына сәфәре барышында һыу ятҡылығына махсус статус бирергә ҡушҡайны. Алтын табыусылар күл янында карьер булдырырға ниәтләй ине. Әммә тирә-яҡ тәбиғәткә зыян килтереүҙән хафаланып халыҡ ҡаршы сыҡты һәм төбәк етәкселегенә мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов әйтеүенсә, Талҡаҫҡа махсус статус биреү – тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыуҙа яңы мөмкинлектәр аса.

Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын ала
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ