Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, райондың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре бер нисә йыл дауамында рөхсәтһеҙ урман ҡырҡҡан. Ағасты күрше Ырымбур өлкәһенә һатҡандар. Дәүләткә 5 миллион һум зыян килтерелгән. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, урмансылар ғәйебен танымаған, уларҙың милке тартып алынған.






