Дәүләт Думаһында кредитҡа ҡағылышлы яңы закон проекты ҡарала

Депутаттар кредит буйынса бурысы булғандарға ярҙамға килә. Дәүләт Думаһында ошондай закон проекты өҫтөндә эш алып барыла. Уны “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдим иткән.

Документҡа ярашлы, ҡулланыусы кредиты буйынса бурысты түләү тәртибе әҙерләнә. Финанс ойошмаға ниндәйҙер сумма индергән осраҡта, тәү сиратта проценттар ҡапланырға тейеш. Артабан әкренләп төп сумма һәм пеня түләнә. Был закон проекты кредит буйынса бурысты арттырмаҫҡа, халыҡтың аҡса түләүҙән ҡасып йөрөмәҫенә булышлыҡ итергә тейеш, тип иҫәпләй депутаттар.

Әйткәндәй, Башҡортостанда ҡулланыусы кредиты буйынса бурыс бер ни тиклем кәмегән. Шул уҡ ваҡытта ипотека һәм автокредит буйынса ваҡытында түләнмәгән сумма, киреһенсә, артҡан.