Талбазы ауылында йәшәүселәр социаль селтәрҙә ҡыҙыҡлы видео менән уртаҡлашҡан. Яҙмала быуа ярын баҫып алған ваҡ телмәрйендәр төшөрөлгән. Шаһиттар әйтеүенсә, яҙҙың эҫе булыуы ошондай күренешкә килтергән. Баймаҡ районында йәшәүселәр иһә ҡара сиңерткә һөжүме хаҡында хәбәр итә. Быға тиклем республиканың 5 районында баҫыуҙар ебәк күбәләгенә ҡаршы эшкәртелде.






