“Беҙ һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ”. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров табиптарҙы бүләкләү тантанаһында шулай тип белдерҙе. “Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн лайыҡлы эш шарттары булдырырға тырышабыҙ”, - тине ул.
Бөгөн юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәткән, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән табиптарға дәүләт наградалары тапшырылды. Республика туберкулездан дауалау диспансеры табибы Миңленур Азаматова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Рәсәйҙә медицина хеҙмәткәрҙәре көнө июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.






