Хаҡлы ялға сыҡҡас, хеҙмәт юлын башҡа өлкәлә дауам итә, республика Кооператив институты ректоры була. ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ошо уҡыу йортон етәкләй. Фәнил Фәрит улы Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, Фәнил Мәжитов коронавирустан вафат булған.






