Шулай тип белдерҙе бөгөн табиптарҙы бүләкләү тантанаһы барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
“Вакцина коронавирусты иҫкәртеүҙең ышаныслы юлы”, - ти медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Тойғонов.
“Көн һайын бик күп кешеләр менән аралашырға тура килә. Шуға коронавирустан прививка яһатырға булдым”, - ти Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов.
Республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да 331 меңдән ашыу кеше яһатҡан. Вирус йоҡтороусылар өсөн бөгөн дауаханаларҙа өҫтәмә 500 урын булдырылыуы тураһында белдерҙеләр.






