Ул беҙҙең кумир ине, тиҙәр улдары.
Йәмәғәтселек бөгөн запастағы полковник, кооператив институт ректоры Фәнил Мәзитовты һуңғы юлға оҙатты. Запастағы полковниктың йөрәге кисә ковид госпиталдә тибеүҙән туҡтаны. Мәрхүм менән хушлашыуға уның яҡындары, коллегалары килде.
Был күркәм йортта быйыл июлдә күмәк кеше йыйылырға тейеш булған. Тик бындай ҡайғынан түгел. Мәзитовтар ғаилә ҡороуының 35 йыллығын билдәләргә йыйынған. Әммә мәкерле сир был пландарҙы селпәрәмә килтергән. Чернобыль атом электростанцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрүҙә ҡатнашҡан, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында министр урынбаҫары булып эшләгән уҙамандың ғүмере йоғошло сирҙән өҙөлгән. Уңың тыңғыһыҙ хеҙмәт юлы хаҡында дәүдәт наградалары, миҙалдары һөйләй.
Жилин ауылында йорт һалып улар йыл ярым ғына йәшәп өлгөргән. Ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Фәнил Фәрит улы ейәндәрен беренсе синыфҡа барғанын да күрмәйәсәк. Ә бер ай элек кенә үҙ аяҡтарында йорттан сығып китте, ти яҡындары. Ковид госпиталдә өс аҙнанан ашыу дауалана, бер аҙна реанимацияла ята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмерен һаҡлап ҡала алмайҙар.
Күгәрсен районы егете 1987 йылда хәрби училище тамамлаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында1997 йылда хеҙмәт юлын башлаған. Ун йыл дауамында республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры урынбаҫары булып хеҙмәт иткән.
2010 йылдан запастағы полковник кооператив институтты етәкләгән. Фән һәм мәғариф өлкәһендә лә ул үҙен тырыш һәм ныҡышмал белгес булараҡ күрһәтә.
Коронавирус бер кемде лә аямай. Уны дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк, ти табиптар.
Фәнил Мәзитов тыуған ауылы Күгәрсен районында, тыуған ауылы Сәйетҡолда ер ҡуйынына тапшырыла.
Рәмилә Исмәғилева






