Уҙған тәүлектә республикала 11 авария теркәлгән

Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә республика юлдарында 11 авария теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, 13-ө йәрәхәтләнгән. Үлемесле осраҡ Бөрө районы Үрге Ыласынтау – Яңы Байыш автомобиль юлының 4-се километрында була.

«Рено Дастерға» идара иткән 56 йәшлек ҡатын юл ситенә сығып китеп электр бағанаһына бәрелә. Электр бағанаһы автомобиль өҫтөнә ауа. Ханым тән йәрәхәттәренән тиҙ ярҙам машинаһы килеп еткәнсе вафат булған.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә республикала  11 авария теркәлгән

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ