Бүздәк районында йомортҡа ҙурлығында боҙборсаҡ яуған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала һауа шарттары боҙолоуы, көслө ел сығыуы һәм боҙборсаҡ яуыуы тураһында иҫкәрткәйне инде. Тәүгеләрҙән булып тәбиғәт ғәрәсәте Бүздәк ауылы халҡын һынаған.

Район үҙәгендә йәшәүселәр эре боҙборсаҡ яуыуын видеоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалған. Һуңынан ауылда ҡойма ямғыр үткән. Халыҡ шәхси баҡсаларында яуындан күрелгән зыян күләмен иҫәпләй.

Фото №1 - Бүздәк районында йомортҡа ҙурлығында боҙборсаҡ яуған

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ