Өфөнөң Гагарин урамындағы йорттарҙың береһендә йорт түбәһенән фатирҙарға һыу үтеп ингән

Майҙан алып капиталь ремонт барған торлаҡтың бер нисә фатирында стеналар боҙолоп, электр сымдары зыян күргән. Подрядсы ойошма вәкилдәре ремонт менән бәйле етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эш алып бара, әммә зыян күреүселәр дәғүә белдерә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Өс йыл элек фатирына ремонт яһаған Никита Грушин боҙолған обойҙарын күрһәтеп зарлана. Күп ҡатлы торлаҡта подрядсы ойошма капиталь төҙөкләндереү эштәрен алып барғанда көслө ямғыр яуып, Юрий Гагарин, 45-се йорт адресы буйынса йәшәүселәрҙең өйҙәренә һәм подъездарына һыу үткән.

Түбәнән һыу үтеп, коридорҙағы мебель һәм стена зыян күрҙе. Подрядсы ойошма боҙолған участкаларҙы ғына төҙәтергә әҙер. Мин быға ҡаршы, коридорҙағы обойҙарҙы тулыһынса алмаштырырға кәрәк, шуға ла компенсация талап итәм.

Никита Грушин, Өфөлә йәшәүсе

Графикҡа ярашлы, капиталь ремонт барған йортта әле лә төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Подрядсы ойошма вәкилдәре етешһеҙлектәрҙе төҙәтә. Ойошма етәкселеге белдереүенсә, ремонт сифатлы башҡарылған, әммә түбәне алмаштырғанда нығытылып өлгөрмәгән торбалар зыян күргән.

Был йортта зыян күргән стеналарҙы, түшәмдәрҙе, баҫҡыстарҙы төҙөкләндереп буяп ҡуясаҡбыҙ. Зыян күргән 11 фатирҙың 9-нда етешһеҙлектәр бөтөрөлдө. Дәғүә белдереүсе фатир хужалары менән әңгәмә алып барабыҙ һәм мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ.

Сергей Ильичев, подрядсы ойошма етәксеһе

1989 йылда төҙөлгән күп ҡатлы йортта капиталь ремонтҡа тиклем дә түбәнән һыу үткән булған. Шуға ла подрядсы ойошма вәкилдәре ремонтты сифатлы башҡармаһа төҙөкләндереү өсөн ойошмаға аҡса түләнмәйәсәк.

Зыян күргән граждандар страховкалау компанияһына мөрәжәғәт итә ала. Әммә күп осраҡта бәхәс килешеү юлы менән хәл ителә. Подрядсы ойошма эшселәре етешһеҙлектәрҙе бөтөргәс фатир хужаларынан ремонтты баһалаған ғаризалар алынасаҡ.

Олег Койба, капиталь ремонт фондының мәғлүмәт бүлеге етәксеһе
Башбат

Белгестәр әйтеүенсә, күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын төҙөкләндереүҙә эшселәрҙең тырышлығынан тыш һауа шарттары ла мөһим роль уйнай. Төҙөкләндереү ваҡытында нығытылмаған конструкциялар ел-дауылға, көслө ямғырҙарға бирешеп бара. Шуға ла етешһеҙлектәр булған осраҡта ла уларҙы тиҙ генә бөтөрөү подрядсы ойошма яуаплығында.

Фото №1 - Өфөнөң Гагарин урамындағы йорттарҙың береһендә йорт түбәһенән фатирҙарға һыу үтеп ингән

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ