Башҡортостандың ҡатнаш алыш бәйгеһе федерацияһы вице-президенты Заһир Түләбаев спортсыларға үҙенсәлекле бүләк яһаны.
Уның башланғысы менән көрәш менән шөғөлләнеүсе йәштәргә келәмдәр тапшырылды. Акцияны ойоштороуҙа Дағстан сәйәсмәне Ризуан Ҡорбанов һәм уның ярҙамсыһы Рөстәм Бегерин ҙур ярҙам күрһәткән.
Республиканың 10 ауылына тәғәйенләнгән келәмдәрҙең майҙаны 90 квадрат метр. Яҡын көндәрҙә был төбәктәргә резиналы япмалар ҙа барып етәсәк.
Илдар Байбулатов



