Башҡортостанда электр самокаттарында йөрөүгә үҙгәрештәр индерелә

Башҡортостанда электр самокаттарында шлемһыҙ һәм сәғәтенә 10 километрҙан ашыу тиҙлек менән йөрөү тыйылыуы ихтимал.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо туралағы закон проекты әҙерләнә. Төҙәтмәләрҙе «Берҙәм Рәсәй» депутаттары төркөмө әҙерләй. Закон сығарыусылар бер самокатта ике һәм унан күберәк кеше йөрөүҙе тыйыу яҡлы.

Улар шулай уҡ 14 йәшкә тиклемге балаларға был төр транспортты файҙаланыуҙы рөхсәт итмәҫкә тәҡдим итә. Бынан тыш, закон ҡабул ителгәндән һуң электросамокаттарҙа ут яҡтыртыусы кейемдә генә йөрөргә мөмкин буласаҡ.

«Был талаптарҙың һәр береһен боҙған өсөн штрафтар ҡаралған. Уларҙы беҙ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн индерәбеҙ. Сөнки был өлкәне көйләмәү бик күп юл осраҡтары, авариялар һәм йәрәхәтләнеүҙәргә сәбәпсе булды.»

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә генә ҡуртымға бирелгән ике меңләп самокат иҫәпләнә. Йыл башынан Башҡортостанда улар ҡатнашлығында 11 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Тәүге уҡыуҙа закон проекты 23 июндә ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостанда электр самокаттарында йөрөүгә үҙгәрештәр индерелә

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ