Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу буйынса Башҡортостан илдә икенсе урында

Ил төбәктәре араһында Башҡортостан хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһын уңышлы ойошторған төбәк булараҡ икенсе урында.

Үҙәк хәрби округтың 29 төбәгенән һайлап алынған исемлектә өс төбәк араһында республика икенсе урынға сыҡҡан. Быйыл яҙ Үҙәк конкурс комиссияһы Башҡортостанда килеп, хәрби йүнәлештә алып барылған эште ҡараны.

Армияға әҙерлек, хәрби саҡырылышты ойоштороуға баһа бирелгән. Уның һөҙөмтәһе буйынса бөгөн Республика йортонда утыҙға яҡын ведомство хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Ҡораллы көстәр министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Фото №1 - Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу буйынса Башҡортостан илдә икенсе урында

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ