Интернет магазин белгестәре тикшереү үткәргән һәм ошондай фекергә килгән. Мәктәп тамамлаған ҡыҙҙар 7 мең 900 һумлыҡ күлдәк алған. Бынан тыш, прическа һәм өҫтәмә биҙәүестәр өсөн 2 мең тирәһе аҡса кәрәк булған. Егеттәр костюмы 15 мең самаһы торған. эпидемиологик хәлгә бәйле сығарылыш кисәләре кисектерелмәй. Мәктәпте тамамлаусылар өсөн байрам саралары 26 июнгә билдәләнгән. Уларҙы үткәргәндә социаль ара һаҡлау һәм битлек режимын үтәү мөһим. Республика Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл мәктәпте 18 мең 600-ҙән ашыу уҡыусы тамамлай. Былтыр пандемяиға бәйле күп кенә мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре үткәрелмәне.






