Республикала коронавирус таралыуҙы сикләү өсөн саралар күрелә

Фото №1 - Республикала коронавирус таралыуҙы сикләү өсөн саралар күрелә

Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үткән брифингта шул турала белдерҙе. Бер меңгә кешегә тиклем ҙур сараларҙы, шул иҫәптән Бөтә донъя Фольклориадаһын, үткәрергә рөхсәт ителә. Мәҙәни форумға килгән сит ил кешеләре бөтәһе лә прививка эшләтә. Республикала йәшәүселәргә иһә йәмәғәт урындарына барыу өсөн ике шарт үтәлергә тейеш.

Республикала коронавирус таралыуҙы сикләү өсөн саралар күрелә

          Башҡортостанда коронавирустан вакциналау мотлаҡ булмай. Әммә прививка яһатмаған кешеләр башҡаларға сир йоҡтороуҙа ҙур хәүеф тыуҙыра. Республиканың баш санитар табибы Анна Казак әйтеүенсә, коллектив иммунитет булһын өсөн, халыҡтың 60 проценты вакцина эшләтергә тейеш.

Республикала коронавирус таралыуҙы сикләү өсөн саралар күрелә

          Республикала әле 336 меңдән ашыу кеше коронавирустан вакцинаның ике компонентында эшләткән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ