Дәүләт Думаһына һайлау 19 сентябрҙә үтә

Дәүләт Думаһына һайлау 19 сентябрҙә үтә

Ил Президенты Владимир Путин ошо турала указға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, Рәсәйҙә ҙур парламент кампанияһына рәсми старт бирелде. Өс айҙан федераль парламентҡа 450 депутат һайлана. Документ хоҡуҡи порталда донъя күргән. Үҙәк һайлау комиссияһы яҡын арала тауыш биреү барышы тәртибен раҫлай. Һайлау бер нисә көн дауам итер тип көтөлә. Рәсәйҙең 7 төбәгендә һайлау ғәҙәти һәм электрон фоматта үтә. Партиялар һайлау алды съездарын уҙғарырға тейеш. Президент указы донъя күргәндән һуң, 25 көн эсендә кандидаттар исемлеге раҫланыуы шарт.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ