Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, коронавирус йоҡтороусларҙың 95 проценты вакцина яһатмаған. “Беҙ күҙгә күренмәгән, әммә үтә мәкерле сирҙе еңергә тейеш. Ауырыуға ҡаршы тороуҙың төп ысулы - прививка”, - ти Өфөнөң 1-се поликлиника табибы Рәфиә Буранғолова:
Тиҙҙән башланасаҡ “Асыҡ студия” тапшырыуы коронавирус менән көрәш темаһына арнала. Һорауҙарығыҙ өсөн бәйләнеш телефоны: 285-77-85.




