Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указға үҙгәрештәр индерҙе. Яңы документҡа ярашлы, республикала йәшәүселәргә һәм төбәк биләмәһендәге сит ил граждандарына 2 июлгә тиклем халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа, шул иҫәптән парктар, скверҙар, аллеяларҙа йөрөүҙән тыйылып тороу мотлаҡ.
Ойошмалар һәм учреждениеларға тауар һәм хеҙмәттәр алыу өсөн: Ковид-19 вирусына ҡаршы вакцинация үтеү тураһында ҡағыҙ, йә иһә электрон нөсхәлә сертификат, медицина ойошмаһынан вакцинация үтеү, шул иҫәптән тәүге компонентты эшләтеү тураһындағы справка, медицина күрһәткестәре буйынса вакцина эшләү ярамауҙы раҫлаусы документ, шулай уҡ сир табылмауын күрһәткән ПЦР анализы тураһындағы справка булғанда ғына инергә мөмкин.
Был талаптар төрлө ойошмалар өсөн сиратлап 22 һәм 29 июндән ғәмәлгә инә. Бынан тыш, ойошмалар һәм эшҡыуарҙарға 25 июлгә тиклем йәмәғәт танспортында һәм халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа дезинфекция сараларын көсәйтергә ҡушылған.




