Киләһе аҙнанан битлек режимын һаҡлау буйынса йәмәғәт урындарында рейдтар үткәреләсәк. Уны боҙоусыларға штрафтар ҡарала. Шулай ҙа ковид-19 сиренә ҡаршы төп һаҡланыу сараһы ул - вакцина. Медицина учреждениеларында прививка яһатыу дауам итә.
Поликлиника сиратһыҙ булмай, ә сират һуңғы көндәрҙә тап медицина учреждениеларында ҙур. Ковид-19 сиренә ҡаршы прививка яһатырға теләүселәр көндән-көн арта. Быға тиклем поликлиникаларҙа ғәҙәттә бындай сиратта өлкәндәрҙең күп булыуы күҙәтелһә, 2-се республика клиник дауаханаһында- урта йәштәгеләр, башлыса власть органдарында эшләүселәр.
Күрше бүлмәлә антиесемдәргә анализ алына. Сөнки бер тапҡыр коронавирус менән ауырыған кеше организмында был сиргә ҡаршы антиесемдәр бүленеп сыға. Тағы ла вирус эләккән осраҡта улар сиргә ҡаршы көрәшә.
Әммә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, антиесемдәрҙең күләме вакцина яһатыу- яһатмауға күрһәткес була алмай. Ә коронавирустан прививка тураһындағы документ хәҙер йәмәғәт урындарына үтеү өсөн билет буласаҡ.
Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһендә вакцина эшләтеү мобиль пункты эшләй. Банк хеҙмәткәрҙәренә процедура уңайлы график буйынса алып барыла.
Йоғошло сирҙән күмәк иммунитет булдырыу өсөн халыҡтың 60 проценты прививкаланған булырға тейеш. Республика муниципалитеттарында ла вакцина яһатыу кампанияһы дауам итә.
СпутникВи, ЭпиВакКорона һәм КовиВак - республикала өс төрлө вакцинаның береһе менән прививка яһатырға була. Процедура өсөн поликлиника регистратураһы йә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алдан яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ мәғлүмәтте Ситуация үҙәгенең 8 ( 347) 218-19-19 телефоны аша алырға мөмкин. Ҡыҙыу линия иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй.
Рәмилә Исмәғилева




