Полицияға ғариза менән учреждение етәксеһе мөрәжәғәт иткән.
Уның билдәләүенсә, йәмғиәткә хәүеф менән янаған үҫмерҙәр 16 июндә юғалған. Әле уларҙы хоҡуҡ һаҡсылары эҙләй. Бөгөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы махсус мәктәпте ташлап китеүселәр тураһында мәғлүмәт таратты. Улар барыһы ла хөкөмгә тарттырылған булған – өсөһө уғрылыҡ, береһе автомобиль ҡыуып алып киткән өсөн махсус мәктәпкә эләккән.
Алмаз Сәләхов, Иван Игнаткин, Вадим Куфтерин һәм Илья Силикаев тураһында мәғлүмәт белеүселәргә 8-917-80-89-081 йәки 7-20-97, 7-10-01, 279-39-02 телефон һандары буйынса шылтырытыуҙары һорала. Туймазының коды – 34782.
Илдар Байбулатов




