Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы бөгөн шундай һығымтаға килеүе тураһында хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер аҙна самаһы элек республиканың көньяҡ райондарында нәҙекәйбилдәрҙең ҡырылыуы тураһында мәғлүмәт алынғайны.
Белгестәр ҡырылған ҡорттарҙың өлгөләренә лаборатория тикшереүе уҙғарҙы. Бөгөн уның һөҙөмтәләре асыҡланды. Нәҙекәйбилдәр Ауырғазы районында ла күпләп һәләк була. Төбәктең бер нисә ауылында умартасылар күстәргә үләт төшөүенә зарлана. Был хәлдә улар урындағы ауыл хужалығы предприятиеһын ғәйепләй. Мәсьәләнең асылына БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин төшөндө.
Исмәғил ауылынан Флүр Шәмсетдинов 20 йылдан ашыу умарта тота. Бал ҡорттарын үҙҙәрен сәйер тотоуы тәжрибәле умартасыны хафа һалған. Ныҡлап ҡарағас күстәр янында нәҙекәйбилдәрҙең күпләп ҡырылыуын абайлаған.
Исмәғил Өфөгә сағыштырмаса яҡын урынлашҡан ауыл. Шуға бал һатыу менән ҡыйынлыҡ юҡ. 10 йортта умарта тоталар. Эргәлә генә йүкә урмандары, әммә нәҙекәйбилдәр рапс баҫыуын һайлаған. Майлы культура иртәрәк сәскә атҡан, өҫтәүенә ул бал да яҡшы бирә.
Тиҫтә йыл самаһы элек ауыл эргәһендә урынлашҡан рапс баҫыуы умартасыларҙы шатландырһа хәҙер хафаға һала. Яҡшы бал биргән культуранан юғары табыш алыу өсөн даими химик утау уҙғарыу талап ителә. Ҡулланылған пестицидттар ҡоротҡостарҙы ғына түгел, бал ҡорттарын да һәләк итә.
Ауырғазы умартасылары ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарҙы эшкәртеүе тураһында халыҡты алдан иҫкәртмәне тип әсенә. Хужалыҡ вәкилдәре иһә киреһен раҫлай.
Ауыл хужалығын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы Ауырғазыла ҡырылған бал ҡорттарының өлгөләрен алды. Уларға референт үҙәктәге лабораторияла махсус тикшереү уҙғарыласаҡ.
Әлегә лаборатория тикшереүе һөҙөмтәләрен көтөргә ҡала. Референт үҙәк бал ҡорттарының ни сәбәпле ҡырылыуын бөтә нескәлектәре менән әйтеп бирәсәк. Киләсәктә иһә күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн умартасыларға ошо уҡ ерҙә эшмәкәрлек алып барған ауыл хужалығы предприятиеһы вәкилдәре менән элемтәне камиллаштырыуҙа хәйер бар тигән фекерҙә белгестәр.
Рафиҡ Әхмәтшин




