Башҡортостанда «Иң яҡшы ташсы» һөнәри конкурсы үтте

Тәжрибәле төҙөүселәр араһындағы ярыш 14-се тапҡыр уҙғарылды. Өфөнөң «Башҡортостан сәскәләре» биләмәһендә ойошторолған бәйгелә 17 төҙөлөш компанияһы вәкилдәре көс һынашты.

Улар ваҡытҡа кирбес һалып хеҙмәт сифатын һәм күләмен күрһәтте. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә еңеү яулаған ташсыға аҡсалата сертификат тапшырылды. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Төҙөлөш тармағында утыҙ йыл эшләгән Салауат Үзбәков ҙур йорттар, мәктәптәр һалыуҙа ҡатнашҡан, әммә һөнәри конкурста тәүге тапҡыр һынау тота. Тәжрибәле ташсының маҡсаты еңеү яулау түгел, ә сәм.

Өфөнәң «Башҡортостан сәскәләре» биләмәһендә үткән «Иң яҡшы ташсы» конкурсында 17 төҙөлөш компанияһы эшсеһе ҡатнашты. Еңеү яулаған ташсы республика данын Волга буйы федераль округы кимәлендә яҡлаясаҡ

Жюри ағзалары төҙөлөш участкаһында эшләүселәрҙең тиҙлегенән тыш кирбестәр араһындағы ҡатнашманың ҡалынлығына, таш стенаның сифатына ла иғтибар итә. Ташсылар алдында ҡуйылған талаптар конкурста ғына түгел, һәр саҡ контролдә тотола.

Бер ташсы көнөнә яҡынса 1-2 кубометр кирбес һала. Һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашыусылар был эш күләмен бер нисә сәғәт эсендә башҡара. Бәйгелә эштең тиҙлеге һәм сифаты баһалана. Был профессияның абруйын күтәреү мөһим, сөнки мәктәп, дауахана, балалар баҡсаһы һәм башҡа объекттар ташсылар көсө менән сафҡа инә.

Артем Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары

Ташсыларҙан тыш төҙөлөш штукатур-малярҙар конкурсы ла ойошторолор тип көтөлә.

Фото №1 - Башҡортостанда «Иң яҡшы ташсы» һөнәри конкурсы үтте

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ