Ваҡиғалар индустрияһын үҫтереп

Өфөлә Рәсәй күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр союзы ағзаларының дөйөм йыйылышы үтте. Сарала маркетинг менән шөғөлләнгән эре компания белгестәре ҡатнашты. Коронавирус пандемияһы башланғас та ил буйынса күргәҙмәләр эшмәкәрлеге ҡаршылыҡҡа осрап, иң ҙур зыян күргән ун тармаҡ исемлегенә индерелгәйне.

Шуға күрә осрашыуҙа күтәрелгән төп мәсьәлә – конгресс, күргәҙмәләр уҙғарғанда хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүгә йүнәлтелде. Яңы эш форматтары, онлайн-ваҡиғалар хаҡында ла һүҙ барҙы.

Дөйөм йыйылыш Өфөлә осраҡлы ғына уҙғарылмай, бында икенсегә киләбеҙ. Ҡаланың үҫеш юлында булыуын билдәләр инем, ҙур күргәҙмә комплексы, конгресс-холл төҙөлгән. Һуңғы алты йыл эсендә Башҡортостан ваҡиғалар рейтингы буйынса ла ил төбәктәре араһында ун өсөнсө урындан бишенсегә күтәрелде. Хәҙер Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург һәм Сочиҙан ғына ҡалыша. Был яҡшы күрһәткес.

Сергей Воронков, Рәсәй күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр союзы генераль директоры
Фото №1 - Ваҡиғалар индустрияһын үҫтереп

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ