Ул оло йәштәгеләргә республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеген бирә. Бының өсөн «Башкирское долголетие» тип исемләнгән рәсми сайтҡа теркәлеп, теләгән турҙы һайларға мөмкин.
Тәҡдимдәр араһында Ғафури районы ла бар. Килгән ҡунаҡтар төбәктең тәбиғәт һәйкәлдәре менән яҡындан таныша ала. Социаль туризм тураһында ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән репортажда.
Башҡорт ырыуҙарының иң эре ҡәбиләһе вәкилдәре ҡунаҡтарҙы Ғафури ерендә сәләмләүе. Табындар үҙ төбәгенә хас йыр-бейеүҙәре менән ҡаршы алды. Әйткән таҡмаҡтар ҡунаҡтарҙы ла бейетмәй ҡалманы. Республика социаль туризмы сиктәрендә бөгөн Күмертау ҡалаһында, Әлшәй, Стәрлебаш һәм Бишбүләк районындарында йәшәүсе оло йәштәгеләр ҡатнашты. Улар Ғафури районы тәбиғәт һәйкәлдәрен ҡарар өсөн сәфәргә сыҡҡан.
Оло йәштәге туристарҙың бер өлөшө Еҙем буйындағы Ташаҫты ауылы тормошо менән танышһа, икенселәре тирмәләргә юлланды. Унда табын ырыуының мәҙәниәте, көнкүреш йолалары иғтибар үҙәгенә алынды.
Думбыра эшләү оҫтаһы, ҡурайсы һәм сәсән Илһам Байбулдин «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосынан «Балҡантау» композицияһын башҡарып барыһын да таң ҡалдырҙы. Ә тирмәнең икенсе өлөшөндә ҡатын-ҡыҙҙар милли нағыш үҙенсәлектәренә төшөндө. Улар менән «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәйлә Сабитова таныштырҙы. Урында уҡ Табын ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемен кейеп ҡарау мөмкинлеге лә бирелде.
Республика социаль туризмы программаһы тап Башҡортостан тәбиғәтенә сәйәхәт итеүҙе күҙ уңында ла инде.
Төбәк туризмы урындағы халыҡҡа аҡса эшләү мөмкинлеген дә бирә. Бөгөнгө сәйәхәттән дә ауылдаштар килем, ҡунаҡтар тәбиғи продукт алып ҡыуанды.
Республика социаль туризмы менән һәр пенсия йәшендәге файҙалана ала. Бының өсөн «Башкирское долголетие» тип исемләнгән рәсми сайтҡа теркәлеп, теләгән турҙы һайларға мөмкин.
Республика төбәктәре буйлап сәйәхәт бушлай ойошторола. Экскурссияны ла оло йәштәгеләр үҙҙәре һайлай. Әле тәҡдим ителгән турҙар араһында Ғафури районының Уҡлы ҡаяһынан тыш, Нарыҫтау, Торатау, Красноусол һәм Ҡыҙыл шишмә сығанаҡтары, шулай уҡ тарихи Бөрө ҡалаһы менән дә танышыу мөмкинлеге бар.
Азат Ғәлиуллин






