Владимир Путин «Берҙәм Рәсәй» партияһына Ил Хөкүмәте менән берлектә Ковидтан һуң медицина реабилитацияһын әҙерләү бурысын ҡуйҙы. Ошо маҡсата 100 миллиард һумға яҡын аҡса бүлеү ҡаралған.
Ил башлығы был турала «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең Мәскәүҙә үткән 20-се съезында белдерҙе. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау системаһының матди-техник һәм кадрҙар базаһын нығытыу маҡсаты ла тора, тине Владимир Путин.
Форумда башҡа һорауҙар ҙа ҡаралды, партияның һайлау алды программаһы билдәләнде, Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеге раҫланды. Башҡортостан делегацияһын «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров етәкләй. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, республикала алдан тауыш биреү буйынса иң юғары күрһәткес теркәлгән. Праймериз лайыҡлы кандидаттарҙы асыҡлау сараһы булып тора, тине ул.




