Башҡортостан табиптары һөнәри байрамын билдәләй

Тантаналар Иглиндә лә үтте. Район һаулыҡ һаҡлау системаһында әле 600 кеше эшләй. 97 табип 300-гә яҡын урта медицина персоналы иҫәпләнә. Мәҙәниәт йортона төрлө йылдарҙа халыҡ сәләмәтлеге һағында торған аҡ халатлылар саҡырылды.

Улар араһында Иглин үҙәк район дауаханаһының элекке терапевы Флүрә Йәнбухтина ла бар. Ул медицинаға 45 йыл ғүмерен бағышлаған. Коронавирус күрһәткестәре йәнә арта башлауына хаҡлы ялдағы табип борсолоуын йәшермәй.

Табиптарҙы район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова ла тәбрикләне. Ихлас ҡотлау һүҙҙәрендә ул пандемия осоронда ла эшен еренә еткереп башҡарған медицина хеҙмәткәрҙәрен билдәләп үтте. Иглин районы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдары уңайынан юғары дәүләт, республика һәм район наградалары менән бүләкләнде.

Фото №1 - Башҡортостан табиптары һөнәри байрамын билдәләй

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ