Яңы предприятие сәғәтенә генә 160 тонна асфаль-бетон ҡатнашмаһы етештереү ҡеүәтенә эйә. Уны төҙөүгә 105 миллион һум инвестиция һалынған. Белгестәр әйтеүенсә, цехтар яңы ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Шуға күрә бында төрлө типтағы һәм маркалағы асфальт-бетон ҡатнашмалары сығарырға мөмкин. Ә төнъяк-көнсығыш зонала юлдар мәсьәләһе киҫкен тора, ремонт талап ителгән урындар күп. Яңы предприятиеһы иһә был эште тиҙләтеү мөмкинлеге бирәсәк.
Әлегә тиклем ошондай уҡ завод Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлгән һәм ул үҙенең юғары һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған. Ҡыйғы районы хакимиәте етәкселәре фекеренсә, иң мөһиме эш урындары. Сөнки әле күптәр ситкә китеп эшләй.
Рәмзиә Кәримова




