Өфөнөң Дим районы Якуб Колас урамындағы шәхси йорттарҙа йәшәүселәр күршеһенә зарлана

Сүп-сар батшалығы. Өфөнөң Дим районы Якуб Колас урамындағы шәхси йорттарҙа йәшәүселәр күршеһенә зарлана. Кәртә аша йәшәгән ҡатын көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу менән шөғөлләнә. Уның ихата тирәһе сүп-сар полигонын хәтерләтә. Картон, пластик, быяла шешә, ҡалай банкалар ихата эсенән урамға ташып сыҡҡан.

Любовь Рангаева хаҡлы ялдағы ханым. Тимер юлында йыйыштырыусы булып эшләүенә ҡарамаҫтан, буш ваҡытында тағы бер шөғөл тапҡан. Ихатаһына сүплектән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары ташый.

Cүп-сарҙы төрҙәргә айырып, сеймал ҡабул итеүселәргә тапшыра. Алынған табыш пенсияға ҡушымта. Любовь Рангаеваның әлегә тып хыялы өйөнә һыу үткәреү. Ихатаны сүп-сар полигонына әйләндереүгә күршеләре генә ҡаршы.

Дим районы хакимиәте лә Любовь Рангаеваның шөғөлө хаҡында яҡшы белә. Ул бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Штраф һалынған, әммә сүп-сар урынынан ҡуҙғалмаған. 24 июндә Любовь Рангаеваның эше йәнә административ комиссияла ҡарала.

Күршеләр административ комиссия ултырышының Любовь Рангаеваның тормош рәүешен үҙгәртеренә икеләнә. Ханымға быға тиклем дә хакимиәт тарафынан шелтә яһалған. Әммә сүп-сар батшалығы һаман да урынында.

Фото №1 - Өфөнөң Дим районы Якуб Колас урамындағы шәхси йорттарҙа йәшәүселәр күршеһенә зарлана

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ