Әбйәлил районы исемен йөрөткән ауылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте. Әбйәлил ауылы төбәктә ваҡытында гөрләп торған 93-сө һөнәрселек училищеһы менән билдәле. Шуға ла сара туғандарҙы ғына түгел, төрлө йылдарҙа эшләгән һәм уҡыған замандаштарҙы бергә йыйҙы. Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Район исемен йөрөткән ауыл халыҡ телендә поселок, МТС тип тә исемләнә. Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ул заманында эшселәр ҡасабаһы булараҡ Моһаҡ йылғаһы буйында нигеҙ һалына. Нисәмә йыл ваҡыт үтһә лә ауылға тәү килеүселәрҙең балалары бөгөн дә йәшәй.
Юҡҡа, байрам сараһы ауыл мәсетенән башланып, үҙ ваҡытында дан алған 93-сө һөнәрселек училищеһы биләмәһендә дауам итмәне. Тап урта махсус уҡыу йорто бик күп лайыҡлы ул-ҡыҙҙарға тейешле тәрбиә, белем биреүгә лә өлгәшә. Шуға ла, байрамды «Һаумыһығыҙ, райондаштар!» тип исемләү ҙә хис тә арттырыу булмаҫ. Яҡты хәтирәләр, онотолмаҫ тәьҫораттар менән үрелеп барған сара училищеның алтын йылдарында эшләгән коллегаларҙы ла бергә йыйҙы.
Ауылдаш-класташтарҙың, хеҙмәттәштәрҙең күрешкәндә һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Тойғолары йыр-моң булып бәреп сыҡты. Уларҙың йырҙары һабантуй рәүешле үткән байрам майҙанына таралды.
Бөгөн Әбйәлил төбәктә социаль инфраструктура яғынан ныҡлы үҫешкән алдынғы ауылдар исемлегендә. Үҙ мәктәбе, дүрт ҡатлы балалар баҡсаһы, дауаханаһы бар. Шуға ла йәштәр ҙә күпләп төпләнә. Атай йорто нигеҙен ташламай ауылда ҡалырға тырыша улар.
Азат Ғәлиуллин




