«Инцидент-менеджмент» системаһы соҡорҙар мәсьәләһен хәл иткән

Бөтә ерҙә соҡор. Автоһәүәҫкәрҙәр өсөн был арауыҡ оло һынауға тиң була.

Мин был урындан йыш йөрөйөм. Ихатала ҙур булмаһа ла, йорт артында соҡорҙар ныҡ тәрән ине. Быға барыһы ла зарлана торғайны. Автомобилдәр яйлап ҡына, саҡ үтә торғайны.

Анастасия Кушманова

Бындай шарттарҙа йә тәгәрмәс, йә машинаңдың берәй тимере төшөп ҡалғанын көт тә тор, тип зарлана урында йәшәүселәр. Автоһәүәҫкәрҙәргә тимер аттарын һаҡлар өсөн соҡорҙар аша йөрөү өсөн үҙе бер оҫталыҡ талап ителгән. Йәйәүлеләргә лә икенсе юл һайларға тура килгән.

Үҙәккә үткән мәсьәләне хәл итеүгә ашығыс рәүештә Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге ярҙам итә. Мөрәжәғәт «Инцидент-менеджмент» системаһында теркәлә. Һәм бөгөн йөрөр юл төҙөкләндерелгән.

Май аҙағында Шота Руставели урамы, 27-се йорттан юл япмаһын ремонтауҙы үтенеп ялыу килде. Ул торлаҡ йорт эргәһендәге юл таушалыуға бәйле ине. Мөрәжәғәт инцидент менеджментта теркәү үтеп, эшкә ебәрелде.

Татьяна Комарова, Өфөнөң Орджоникидзе районы торлаҡ хужалығы матбуғат хеҙмәткәре

Яҙ етеү менән юлдағы соҡорҙарҙы ямау, йорт алдарын төҙөкләндереү буйынса мөрәжәғәттәр күпләп килә башланы. Ремонт «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса башҡарыла. соҡорҙар мөмкин тиклем тиҙ ямала. .

Кристина Трегубова, Башҡортостан республикаһына идара итеү үҙәге хеҙмәткәре

Ремонт схемаһы ябай ғына тип әйтергә мөмкин. Тәүҙә ярылған, сатнаған урындар билдәләнә, махсус эшкәртелә. һуңынан эшселәр соҡорҙарға асфальт-бетон ҡатнашмаһы йәйә.

Апрель аҙағында, май башында ла эшләнек. Тәүҙә соҡорҙарҙы билдәләп сыҡтыҡ. Бында ғына майҙаны 112 кв м майҙан тәшкил иткән 20-нән ашыу соҡор бар ине. Әҙерлек эштәренән һуң улар асфальт ҡатнашмаһы менән ямалды.

Владимир Тептин, Өфөнөң Орджоникидзе районы торлаҡ хужалығы идаралығының ремонт хеҙмәте етәксеһе

Соҡорҙарҙы ремонтлау – талап ителгән сара. Ваҡытында ремонтлау юл япмаһын киләһе төҙөкләндереү эштәренә тиклем тәртиптә тоторға ярҙам итә.

Выборы 2026

Йыш ҡына бер мөрәжәғәт социаль селтәрҙә бер нисә кешенән килеп бер-береһен ҡабатлай. Бәйләнештә, инстаграмда барыһында ла яҙыу мотлаҡ түгел. Беҙ береһен генә күрһәк тә , мәсьәләне шунда уҡ тикшереүгә алабыҙ.

Алмаз Усманов, Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтенең мөрәжәғәттәр менән эшләү бүлеге эксперты

«Инцидент-менеджмент»тың мониторинг системаһы республика халҡы өсөн бик уңайлы. Һанлы форматтағы аралашыуҙың әһәмиәтен етәкселек тә таный. Шулай ҙа социаль селтәрҙәргә ысынбарлыҡҡа тап килмәгән ялыуҙар яҙыу урынһыҙ. Сөнки проблема булмаған урынға тикшереүгә сығыу икенсе мәсьәләне хәл итер ваҡытты ала. Һөҙөмтәлә ярҙам талап ителгән ерҙә кешеләр хәүеф аҫтына ҡуйылыуы ихтимал.

Фото №1 - «Инцидент-менеджмент» системаһы соҡорҙар мәсьәләһен хәл иткән

Айгөл Хатыпова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ