Башҡортостан Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үтә

Фото №1 - Башҡортостан Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үтә

Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғара. Ултырыш әлеге минуттарҙа башланып тора. Видеоэлемтә ярҙамында район һәм ҡала башлыҡтары менән санитар-эпидемиологик, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт тармағындағы хәлдәр барлана. Ултырышта йылытыу миҙгеленә әҙерлек, юл ремонты, янғын һәм һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре ҡарала, шулай уҡ оло йәштәгеләр өсөн сәйәхәт ойоштороу һәм Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек буйынса сығыштар була. Кәңәшмәне Хөкүмәттең YouTube каналында һәм социаль селтәрҙә тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ