Коронавирустан прививка яһатмағандарҙы эштән ситләтә алалырмы?

Фото №1 - Коронавирустан прививка яһатмағандарҙы эштән ситләтә алалырмы?

Рәсәй Хеҙмәт министрлығында ошо һорауға яуап бирҙеләр. Эпидемиологик күрһәткестәргә таянып мотлаҡ вакциналауҙы ойоштороу буйынса ҡарарҙы төбәктәр үҙ аллы ҡабул итә ала. Бының өсөн баш санитар табиптың бойороғо булырға тейеш. Документта прививка эшләтәргә тейешле һөнәр эйәләре исемлеге күрһәтелһә, мотлаҡ прививкалау үткәрергә хоҡуҡлылар. Унан баш тартҡан хеҙмәткәр эштән ситләтелә ала. Башҡортостанда бындай ҡәтғи сара ҡабул ителмәне. Коронавирустан прививка яһатмағандарға йәмәғәт урындары барыу буйынса сикләү индерелде.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ