Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. “Илдең байтаҡ төбәктәрендә прививка яһатыу мотлаҡ. Беҙ күрһәткестәрҙе баһаланыҡ, бөгөнгә бындай ихтыяж юҡ”, - тине Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Илдә һәм республикала эпидемиологик хәл ҡатмарлана барыу сәбәпле, сикләүҙәр ҡәтғиләшә. Халыҡ әҙерләнеп өлгөрһөн өсөн указдың бер өлөшө 22 июндән, икенсеһе 29 июндән көсөнә инә. Битлек тәртибе мотлаҡ һанала. Бөгөн йәмәғәт транспортында һәм сауҙа ойошмаларында уның үтәлеше тикшерелә.




