Дәүләт Думаһына һайлау 19 сентябрҙә үтә. Президент Владимир Путиндың ошо турала указы бар. Уҙған аҙнала Мәскәүҙә “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе съезы үтте. Унда һайлауҙа ҡатнашҡан кандидаттар билдәләнде. Башҡортостан исемлеген “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров етәкләй. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә бындай ҡарарға килеүенә аңлатма бирҙе.
Эпидемиологик хәлгә бәйле һайлау бер нисә көн дауам итеүе ихтимал. 19 сентябрҙә илдең 12 төбәгендә – губернаторҙар, 39-ында – урындағы парламентҡа депутаттар һайлана. Өфөлә ҡала советы депутаттары өсөн тауыш бирәләр.




