Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай күрһәткескә ирешергә ҡушты.
Республикала һуңғы көндәрҙә вакцина яһатыусылар күбәйеүе күҙәтелә. “Ковидҡа ҡаршы” указ донъя күргәндән һуң, прививка алыусылар 28 процентҡа артҡан. Бөгөн Өфөлә бер нисә сауҙа үҙәгендә мобиль пункттар асыла, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.






