Вирус йоҡтороусылар исемлегенә 108 кеше өҫтәлгән. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова ошоларҙы белдерҙе.
Гөлнара Зиннурова әйтеүенсә, әле республикалағы ун госпиталдә коронавирус сирлеләр өсөн 1 мең 420 урын булдырылған. Уларҙың 90 процентҡа яҡыны тулы. 5 июлгә тиклем дауаханаларҙа урындарҙы арттырыу ҡарала.




