29 июндән йәмәғәт туҡланыу урындарында сикләүҙәр индерелә

Фото №1 - 29 июндән йәмәғәт туҡланыу урындарында сикләүҙәр индерелә

Республикала юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указда үҙгәрештәр бар. Илдә һәм республикала эпидемиологик хәл ҡатмарлана барыу сәбәпле, сикләүҙәр ҡәтғиләшә. Башҡортостан башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә ошоларҙы белдерҙе.

29 июндән йәмәғәт туҡланыу урындарында сикләүҙәр индерелә

“Ковидҡа ҡаршы” указға ярашлы, 2 июлгә тиклем республикала йәшәүселәргә, шулай уҡ беҙҙә булған сит ил граждандарына  халыҡ күпләп йыйылған урында булыу тыйыла. Был исемлеккә майҙан, парк һәм аллеялар ҙа инә. Иртәгәнән театр, спорт залдары, ресторан йәки күңел асыу үҙәктәренә ингәндә медицина белешмәһе кәрәк. Республикала битлек тәртибе мотлаҡ һанала. Бөгөн йәмәғәт транспортында һәм сауҙа ойошмаларында уның үтәлеше тикшерелә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ