Радий Хәбиров Көньяҡ Урал үлсәү заводында булды

Фото №1 - Радий Хәбиров Көньяҡ Урал үлсәү заводында булды

Башҡортостан башлығының Белорет районына эш сәфәре ошо предприятие эше менән танышыуҙан башланды. Завод 2003 йылдан эшләй, ил баҙарында уңышлыларҙан һанала. Радий Хәбиров ҡойоу һәм йыйыу цехын, һынауҙар лабораторияһын ҡараны. Предприятие етештергән үлсәү ҡоролмалары сит илдәргә оҙатыла. Әле Латин Америкаһы илдәре менән хеҙмәттәшлек юлдары өйрәнелә. Заводҡа 2019 йылда республика ҡаҙнаһынан 534 миллион һум самаһы субсидия бирелгән. “Компание продукцияһы халыҡ-ара баҙарҙа үҙ урынын тапты, экспортҡа сығыуға өлгәште. Бөгөн етәкселек эш планы менән уртаҡлашты. Беҙ иһә уға ярҙам күрһәтеү юлдарын ҡараясаҡбыҙ”, - тине Радий Хәбиров.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ