Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең праймеризында ҡатнашҡандар араһында бүләк уйнатылды. Төп приз – “Niva Travel” автомобиленә Балаҡатай районынан күп балалы әсә лайыҡ булды. Ул балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй. Бынан тыш, шифаханаларға 40 юллама уйнатылды. Салауат, Өфө, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Миәкә, Шаран, Архангел һәм башҡа райондарҙа йәшәүселәр путевкалы булды. Бүләкләү сараһы яҡын арала ойошторола.






