Был турала республиканың премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдерҙе.
Республикала интернетһыҙ 44 ауыл ҡалған, тип белдерҙе Башҡортостандың премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
Уның һүҙҙәренсә, һәр торама пункта юғары тиҙлекле интернетҡа инеү мөмкинлеген булдырырға кәрәк.
Башҡортостандың барлыҡ социаль учреждениелары интернетҡа тоташҡан, тип белдерә премьер-министр. Бынан тыш, республикала электрон уҡытыу өлкәһендә проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Уны үҫтереүҙә Башҡортостан – Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә.





