Бөгөн Белорет металлургия комбинатында тимер сым һуҙыу ҡоролмаһы сафҡа инде.

Фото №1 - Бөгөн Белорет металлургия комбинатында тимер сым һуҙыу ҡоролмаһы сафҡа инде.

Яңы етештереү линияһына старт биреү тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. 220 миллион һумлыҡ 4 стан ҡорос сым һәм канат етештереүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса раҫланған инвестиция проекты нигеҙендә һатып алынған. Белорет металлургия комбинатында 5 меңдән ашыу кеше эшләй. “Маҡсат тауар етештереү күләмен арттырыу ғына түгел, завод эшмәкәрлеген заман талаптары буйынса камиллаштырыу”, - тиелде тантана барышында. Радий Хәбиров металлургтарҙы тәбрик итте һәм артабан йылдам үҫеш юлына баҫырға саҡырҙы. Ҡорос сым һәм канат етештереү линияһын яңыртыу етештереү күрһәткестәрен яҡшырта. Шулай уҡ Ағиҙел йылғаһын сәнәғәт һыуҙары менән бысратыу миҡдарын кәметәсәк, ти белгестәр.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ