Яңы етештереү линияһын сафҡа индереү тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. 220 миллион һумлыҡ 4 стан ҡорос сым һәм канат етештереүҙе яңы кимәлгә сығарасаҡ.
Белорет металлургия комбинатында 5 меңдән ашыу кеше эшләй. Маҡсат тауар етештереү күләмен арттырыу ғына түгел, ә дөйөм алғанда завод эшмәкәрлеген заман талаптары буйынса камиллаштырыу. Башҡортостан башлығы Белорет металлургтарын ысын күңелдән ҡотланы һәм артабан йылдам үҫеш юлына баҫырға саҡырҙы.
Ҡорос сым һәм канат етештереү линияһын яңыртыу заводтың етештереү күрһәткестәрен күтәреү менән бер рәттән, Ағиҙел йылғаһына ағыҙылған бысраҡ сәнәғәт һыуыуын түгеү миҡтарын да шаҡтай кәметә.




