“Ул яңы мөмкинлектәр бирә”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Үҙгәртеп ҡороу 2014 йылда башланды. Ошо ваҡыт эсендә бөтә район һәм ҡалаларҙа иҫкәртеү саралары яңыртылған, 464 электр сирена, 147 репродуктр ҡуйылған. Иҫкәртеү системаһын һанлы форматҡа күсереү буйынса беҙҙең республика илдә беренсе урында килә. Башҡортостанда “Хәүефһеҙ ҡала” тигән комплекс эшләй. Унда 112 ҡотҡарыу хеҙмәте, видеокүҙәтеү системаһы инә.






