Ошо фекерҙә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев.
Уның билдәләүенсә, Радий Хәбировтың коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерелеүе ваҡытлы һәм урынлы. Әле ҡурҡыныс сирҙең өсөнсө тулҡыны бар донъяға хәүеф менән янай.
Шуға ла республикала ҡайһы бер сикләүҙәр ғәмәлгә инде. Шуларҙың береһе – халыҡ күп йөрөгән урындарға, шул иҫәптән майҙандарға, парктарға, скверҙарға һәм аллеяларға барыуҙан тыйылып тороу. Әлбиттә, коронавирусты еңеү өсөн йәмғиәттә иммунитет булдырырыға кәрәк. «Йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы төп ҡорал ул вакцинация булыуы менән тулыһынса килешәм», – ти Шамил Вәлиев.
Илдар Байбулатов




