Унда “Ауылым тарихы” байрамы һәм Түңгәүер ырыуы йыйыны үтте. Иҫтәлекле таҡта халыҡ артисы йәшәгән йортҡа беркетелде. Түңгәүерҙәр данлыҡлы ҡурайсылар менән дан тота. Йыйында танылған музыканттар Йомабай Иҫәнбаев һәм Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа һәйкәл асыу, “Түңгәүерҙәр” энциклопедияһын нәшер итеү тураһында килешелде. Киләһе ырыуҙар хәрәкәте йыйыны табындарға һәм Учалы районында ойошторола.




