Битлек кейегеҙ! Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы менән Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы вәкилдәре йәмәғәт транспорты пассажирҙарына шулай тип мөрәжәғәт итте.
Хеҙмәткәрҙәр бөгөн маршрут автобустарында юғары әҙерлек тәртибе талаптары үтәлешен тикшерҙе. Пандемия башланған көндән алып кеше күпләп йыйылған урында битлек кейеү мотлаҡ. Автобус салонында пассажирҙарҙың битлектә булыуы өсөн водитель яуаплы. Шуға ла улар ковид-уяулығын юғалтыусыларҙы иҫкәртергә лә хоҡуҡлы.
Пандемия күрһәткестәре кәмеү менән күптәр битлек тәртибен инҡар итә башлағайны. Рейдтың маҡсаты пассажирҙарҙың ковид- уяулығын арттырыу.
Рафиҡ Әхмәтшин






